
Зауыҡлы биләмәләр йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтылыҡ, ҡоймалар
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылды республикала «Зауыҡлы биләмәләр йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтылыҡ, ҡоймалар» тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу, төҙөк биләмәләр һанын арттырыу һәм Башҡортостан ауыл-ҡалаларының зауыҡлы күренешен тәьмин итеүҙе маҡсат итә.
Зауыҡлы биләмәләр йылының төп маҡсаттары һәм бурыстары – ҡала һәм ауылдарҙы матурлауҙа комплекслы ҡараш тәьмин итеү. Тәү сиратта ҡала, ҡасаба һәм ауылдарҙа айырым йорт, подъездан башлап урам-йәмәғәт биләмәләренә тиклем системалы һәм комплекслы рәүештә таҙалыҡ-тәртип тотоу мотлаҡ.
Радий Хәбиров: «Әлбиттә, барлыҡ эштәр биләмәләрҙе капиталь йыйыштырыуҙан башланырға тейеш. Беҙ халыҡтың инициативаһын уятырға бурыслыбыҙ. Кешеләр был ҙур эштәргә үҙ теләктәре менән ҡушылып, ихлас ҡатнашырға тейеш».
Борис Беляев: «Башҡортостан матурлыҡ, таҙалыҡ һәм тәртип төбәгенә әйләнһен өсөн республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылына беҙ алдыбыҙға амбициялы мәсьәләләр ҡуябыҙ. Халыҡ таҙалыҡ мөхитенә сумып, уның ваҡытлыса күренеш түгеллегенә аңлы рәүештә күнергә, уны яңы ғәҙәт итеп ҡабул итергә тейеш».
2020 йылда республика ҡалаларының һәм ауылдарының үҙгәреүе тораҡ пункттар эстетикаһының дүрт төп йүнәлешен – газондар яһауҙы, тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙе, урамдарҙы яҡтыртыуҙы монтажлауҙы, ҡоймалар ҡуйыуҙы – күҙ уңында тота. Даими «таҙалыҡ сәғәттәре һәм көндәре», субботниктар, урамдар, йорттар, ауылдар буйынса уҙғарылған конкурстар төп сараларға әүерелергә тейеш. Шулай уҡ урам һәм йорт яны биләмәләрен йәмһеҙләп ултырған ташландыҡ автомобилдәрҙе эвакуациялау эштәренең үтәлеүе зарур, икенсе һүҙ менән әйткәндә, ҡала һәм ауылдар һәр яҡлап төрлө иҫке-моҫҡонан һәм сүп-сарҙан ҡотолорға тейеш. Дөйөм алғанда, «Йыйыштырған урында ғына түгел, ә сүпләмәгән ерҙә таҙа» принцибын ҡанға һеңдереү күҙ уңында тотола. Был тренд төҙөкләндереү һәм дөйөм республиканың тышҡы күренешенә цивилизациялы ҡараштың дауамына әүерелергә тейеш.
Һәр муниципалитет газондарҙы, ҡоймаларҙы, тротуарҙарҙы һәм яҡтылыҡ нөктәләрен урынлаштырыу схемаларын төҙөүҙән башлап уларҙың иҫәбен билдәләү һәм эштәрҙе башҡарыуға тиклем барлыҡ технологик теҙмәне атҡарып сыға.
Мәҫәлән, газондарҙың майҙанын кәмендә 4–5 тапҡырға ҙурайтырға, тигеҙ булмаған юл ситтәрен бордюрлы заманса тротуарҙарға алмаштырырға кәрәк. Аҙ мобилле граждандар өсөн яраҡлаштырылған юлдар, тротуарҙар, үткәүелдәр төҙөү һәм төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленергә тейеш.
Төҙөкләндереү объекттарын, шул иҫәптән тораҡ пункттарының үҙәк һыҙаттарын ҡойма менән кәртәләү бер төрлө рәүештә алып барылырға тейеш. Һәр айырым тораҡ пунктының үҙенең ҡабатланмаҫ стиле һаҡланһын, әммә уның берҙәм булыуы мөһим. Әлбиттә, берҙәм ҡараш ижадты алып ташламай, шулай ҙа һәр муниципаль берәмек Зауыҡлы биләмәләр йылын уҙғарыу буйынса методик тәҡдимдәрҙе ҡулланырға тейеш.
Һәр муниципалитетта Зауыҡлы биләмәләр йылы буйынса Ойоштороу комитеты булдырылған, уларға власть, йәмәғәтселек һәм бизнес вәкилдәре, шулай уҡ депутаттар, ирекмәндәр һ. б. ингән.
Ҙур өмөттәр бағланған, ҙур көстәр талап иткән эштәр башлана, тораҡ пункттарының яңыртылған тышҡы күренеше уларҙың һөҙөмтәһе буласаҡ. «Зауыҡлы егерменсе» – төҙөкләндереүҙең һәм таҙалыҡтың бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләргә әүерелеү йылы.
- Документы
- Новости
- События
- Проекты
- Доклады и выступления
- Вопросы и ответы
- Фотогалерея
- Видеогалерея
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Зауыҡлы биләмәләр йылына йомғаҡ яһалды
29 Декабрь 2020128 декабрҙә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 2020 йылда иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылына йомғаҡ яһалды. Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, муниципалитеттарҙа 180 километр тротуар һалынған, 330 мең квадрат метр газон булдырылған, һигеҙ мең самаһы яҡтыртҡыс...«Аҡыллы туҡталыштар» йәки XXI быуат ҡалаһы
24 Декабрь 20203Нефтекама ҡалаһының йәмәғәт транспорты пассажирҙары яңылыҡҡа өйрәнә башланы. Улар өсөн «Аҡыллы туҡталыштар» йыһазландырылған. Ҡалала быға тиклем ундайҙар юҡ ине. Ябыҡ павильон ямғырҙан һәм елдән һаҡлай, ә үтә күренмәле стеналар күҙәтеүҙе ҡапламай. Пассажирҙарға автобусты үткәрмәҫ өсөн һәр ваҡыт стена...Биләмәләр халҡы быны көтөп алды
1 Декабрь 20203Башҡортостандың баш ҡалаһында урамдарҙы яҡтыртыу йәһәтенән эш дауам итә. Базилевка, Карпов, Самохваловка, Иҫке Турбаҫлы һәм Федоровка ҡасабалары урамдары ла ошо көндәрҙә яҡтылыҡҡа күмелде. Был ваҡиғаны биләмәләр халҡы көтөп алды. Ҡасабаларҙа йәшәгәндәр ағымдағы йылдың февралендә үҙ проблемаларын баш...Тикшереү барыһын да асыҡлаясаҡ
24 Ноябрь 2020223 ноябрь Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы үҙен борсоған бер темаға иғтибар итмәй ҡалманы. Ул торлаҡ-коммуналь тармаҡта муниципаль һатып алыуҙарҙа тәртип булдырыуға бәйле ине. Был турала ул ял көндәре Салауат ҡалаһында булғандан һуң ныҡлы уйланған. – Ошоға тиклем ҡалаларҙа ихаталарҙы...Йолаға әүерелгән Таҙалыҡ көнө үтте
26 Октябрь 2020510 сентябрҙә баш ҡала биләмәһен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ башланғыс алғайны. Үткән аҙна йомаһында Өфөлә сираттағы Таҙалыҡ көнө үтте. Сара сиктәрендә предприятиеларға, ойошмаларға һәм учреждениеларға биналарын һәм ҡоймаларын тәртипкә килтереү, үҙ ҡарамағында булған...Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә
21 Октябрь 20204Зауыҡлы биләмәләр йылында Башҡортостан Республикаһы ҡалалары матурлана. Быға тағы бер миҫал – Салауат ҡалаһы. Бында төньяҡтан ингән яҡ милли стилдә биҙәлгән. Быға тиклем булған һоро гараждар стенаһы хәҙер әллә ҡайҙан балҡып тора. – Моғайын, күптәр ҡалаға төньяҡтан ингән яҡтың үҙгәреүенә иғтибар иткәндер....Йыйыштырған түгел, ә ҡыйланмаған урын матур
2 Октябрь 20202Башҡортостан Республикаһында Зауыҡлы биләмәләр йылында эргә-тирәне йыйыштырыу һәм таҙалау йәһәтенән күп эштәр башҡарыла. Кешеләрҙең был тәҡдимде бер тауыштан хуплауы, төрлө сараларға тәүге көндәрҙән үк ҡушылыуы шатландыра. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Ҡариҙел районында был тәңгәлдә...«Зауыҡлы биләмәләр йылы»н яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары материалдарына конкурс иғлан ителде
30 Сентябрь 20202Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «Зауыҡлы биләмәләр йылы»н яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары материалдарына конкурс иғлан итте. Конкурста айырым авторҙар йәки авторҙар коллективы ҡатнашырға мөмкин, аноним эштәр ҡабул ителмәй. Материалдар 2020 йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә...Ә һин ағас ултыртыуҙа ҡатнашаһыңмы?
16 Сентябрь 20203Ағымдағы йылда «Йәшел Башҡортостан» һәм «Еңеү урманы» акциялары «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһенә ярашлы үтәсәк. Был турала 15 сентябрҙә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников һөйләне. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы...Башҡортостанда подъездар һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү дауам итә
14 Сентябрь 202042020 йыл Зауыҡлы биләмәләр йылы исеме аҫтында үтә. Шуға урамдарҙы таҙа тотоу, юлдарҙы ремонтлау, ҡоймаларҙы тәртипкә килтереү – иғтибар үҙәгендә. Быйыл 2 мең 185 подъезды төҙөкләндереү ҡарала. Әле план 70 процентҡа үтәлгән. «Башҡорт ихаталары» программаһы бөтә район һәм ҡалаларҙа тормошҡа ашырыла. Бөгөнгә... -
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-