Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Йылылыҡ менән тәьмин итеү, һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы сығарыу инфраструктураһына тоташыу

Йылылыҡ менән тәьмин итеү, һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы сығарыу селтәрҙәренә тоташыу процедураһын ябайлаштырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан инженер селтәрҙәргә тоташыу процедураһын үткән ойошмалар, район һәм ҡалалар хакимиәттәре вәкилдәре, шулай уҡ ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар ҡатнашлығында йылылыҡ менән тәьмин итеү, һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы сығарыу селтәрҙәренә тоташыу ваҡытын кәметеү мәсьәләләре буйынса йыл һайын кәңәшмәләр уҙа.

2017 йылдың башынан инженер селтәрҙәргә тоташыу буйынса күпселекте тәшкил иткән республиканың муниципаль берәмектәрендә кәңәшмәләр уҙғарылды (Өфө ҡалаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Салауат ҡалаһы, Нефтекама ҡалаһы ҡала округтары һәм Өфө районы, Шишмә районы, Ишембай районы, Күгәрсен районы, Яңауыл районы муниципаль райондары).

Бизнес-берләшмәләр, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар, урындағы үҙидара органдары һәм башҡарма власть органдары вәкилдәре араһында тура диалог булдырыу кәңәшмәләрҙең маҡсаты булып тора.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2016 йылдың 1 мартындағы 176-р һанлы бойороғо менән Башҡортостан Республикаһында Инвестиция климаты хәле милли рейтингының иң яҡшы тәжрибәләрен индереү буйынса Саралар планы раҫланды. Билдәләнгән Планға ярашлы 2016 йылда күсемһеҙ милеккә (ер участкаһына милек хоҡуғынан тыш) хоҡуҡты дәүләт теркәүе һәм уның буйынса килешеүҙәр төҙөү ваҡыты 10 көнгә тиклем, проект-смета документацияһын дәүләт экспертизалауын үткәреү ваҡыты 45 көнгә тиклем ҡыҫҡартылды.

Әлеге мәлдә Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың 31 ғинуарында 147-р һанлы бойороғо менән раҫланған “Йылылыҡ менән тәьмин итеү, һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы сығарыу инфраструктураһына тоташыу” маҡсатлы моделен индереү буйынса эштәр алып барыла.

Билдәләнгән маҡсатлы модель буйынса йылылыҡ менән тәьмин итеү, һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы сығарыу селтәрҙәренә тоташыу өсөн кәрәк булған процедуралар үтеү ваҡытын һәм уларҙың һанын кәметеүгә йүнәлтелгән комплекслы сараларҙы бойомға ашырыу күҙ уңында тотола. Аныҡлап әйткәндә:

– урындағы үҙидара органдары йәки ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар сайттарында арзан ҡеүәт хаҡында асыҡ мәғлүмәттең булыуы;

– ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма сайтында тоташыу хаҡында килешеү әҙерләү өсөн тапшырырға кәрәк булған документтарҙың тулы теҙмәһе тураһында асыҡ мәғлүмәттең булыуы;

– Рәсәй Федерацияһы субъекты сайтында һайланған тоташыу нөктәһендә тоташыуға ғариза биреүсе йөкләнеше килеп сығыуы ихтималлығы тураһында асыҡ мәғлүмәттең булыуы.

Маҡсатлы модель буйынса ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар сайтында калькулятор булдырыу ҡаралған. Ул аныҡ тоташыу нөктәһенән сығып һәм ғариза биреүсе йөкләнешен иҫәпкә алып тоташыу өсөн хаҡты яҡынса иҫәпләп сығарырға мөмкинлек бирәсәк.

Тоташыу тураһында килешеү төҙөүгә ғариза биреү уңайлыраҡ булһын өсөн тоташыуға ғаризаны һанлы ҡултамға ҡулланыу юлы менән электрон формала биреү мөмкинлеген булдырыу планлаштырыла.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың 31 ғинуарындағы 147-р һанлы бойороғона ярашлы өҫтә әйтеп кителгән сараларҙы 2017 йылда бойомға ашырырға кәрәк.

Тоташыу процедуралары барышында килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү, шулай уҡ билдәләнгән хеҙмәттәрҙе оптимәлләштереү мөмкинлеген асыҡлау маҡсатында 2016 йылда йылылыҡ менән тәьмин итеү, һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы сығарыу селтәрҙәренә тоташыу процедураларын үткән ойошмаларға булған проблемалар хаҡында хәбәр итеү һәм инженер селтәрҙәргә тоташыу процедураларын ябайлаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереү үтенесе менән хаттар ебәрелде.

  • Документы
  • Новости
  • События
  • Проекты
  • Доклады и выступления
  • Вопросы и ответы
  • Фотогалерея
  • Видеогалерея