Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

“Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығын яңыртыу һәм үҙгәртеп ҡороу” дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу

Башҡортостан Республикаһының 2020 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһына ярашлы “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығын яңыртыу һәм үҙгәртеп ҡороу” дәүләт программаһы әҙерләнгән һәм раҫланған (Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 3 сентябрендәге 392-се һанлы ҡарары).

Дәүләт программаһының маҡсаты:

– Башҡортостан Республикаһы халҡының торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты менән ҡәнәғәт булыуын тәьмин итеү.

Дәүләт программаһының мәсьәләләре:

– торлаҡ фондының һаҡланғанлығын тәьмин итеү һәм хәүефһеҙ һәм уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу;

– коммуналь ресурстарҙы юғалтыуҙарҙың минималь күрһәткестәре менән гарантиялы тапшырыуҙы тәьмин итеү;

– Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығына инвестициялар йәлеп итеү;

– Башҡортостан Республикаһы территорияһында торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты, күләме һәм тәртибенең норматив талаптарға яуап биреүе буйынса дәүләт күҙәтеүен тәьмин итеү, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь өлкәлә йәмәғәт контроле механизмын үҫтереүҙә булышлыҡ итеү.

Дәүләт программаһының төп маҡсат индикаторҙары һәм күрһәткестәре:

– капиталь ремонтлау эштәре башҡарылған күп фатирлы йорттар майҙаны (1500 мең квадрат метрҙан 2800 мең квадрат метрға тиклем арттырыу);

– республиканың торама пункттарында урамдарҙың, юлдарҙың, яр буйҙарының яҡтыртылған урындары өлөшө (62,3%-тан 70%-ҡа тиклем арттырыу);

– коммуналь инфраструктураның туҙыу кимәле (55,4%-тан 52,1%-ҡа тиклем кәметеү);

– селтәргә ебәрелгән һыуҙың дөйөм күләменән һыуҙың иҫәпләнмәйсә сарыф ителеүе һәм ағып исраф булыуы өлөшө (14,59%-тан 10,2%-ҡа тиклем кәметеү);

– республиканың коммуналь предприятиелары тарафынан ебәрелгән йылылыҡ энергияһының дөйөм күләменән йылылыҡ энергияһын юғалтыу өлөшө (10,01%-тан 9,51%-ҡа тиклем кәметеү);

– торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының файҙаһыҙ өлөшө (10% кимәлендә һаҡлап ҡалыу);

– коммуналь системаға капитал һалыуҙарҙың дөйөм күләменән заём саралары өлөшө (2017 йылда 30%-ҡа тиклем);

– республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең номиналь иҫәпләнгән уртаса айлыҡ эш хаҡы (17,7 мең һумдан 31,31 һумға тиклем күтәрергә);

– Башҡортостан Республикаһының торлаҡ фондының дөйөм күләменән инспекцияланған торлаҡ фонды өлөшө (85,8%-тан 97,9%-ҡа тиклем арттырыу).

  • Документы
  • Новости
  • События
  • Проекты
  • Доклады и выступления
  • Вопросы и ответы
  • Фотогалерея
  • Видеогалерея