Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса эштәр башҡарыуға электрон аукциондарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булыу өсөн подряд ойошмаларын алдан һайлап алыу

04. 07. 2019

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан электрон аукциондарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған квалификациялы подряд ойошмалары реестрына индереү өсөн подряд ойошмаларын алдан һайлап алыу иғлан ителде:

– Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау буйынса эштәр башҡарырға;

– күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәттең техник торошон баһалау һәм капиталь ремонтлауҙы проектлау, шул иҫәптән лифтты алмаштырыу буйынса эштәр башҡарырға;

– эксплуатациялауға яраҡһыҙ тип табылған лифт ҡоролмаһын ремонтлау йәки алмаштырыу, лифт шахталарын ремонтлау буйынса эштәр башҡарырға;

– Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекты булған, мәҙәни мираҫ объекты тип табылған күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау буйынса эштәр башҡарырға;

– Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекты булған, мәҙәни мираҫ объекты тип табылған күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәттең техник торошон баһалау һәм капиталь ремонтлауҙы проектлау, шул иҫәптән лифт ҡоролмаһын ремонтлау (алмаштырыу) буйынса эштәр башҡарырға.

Алдан һайлап алыу уҙғарыу тураһында рәсми хәбәрҙәр түбәндәге һылтанма аша урынлаштырылған:

http://zakazrf.ru/NotificationPO

10. 06. 2019

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан квалификациялы подряд ойошмалары реестрына индереү маҡсатында күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәттең техник торошон баһалау һәм капиталь ремонтлауҙы (шул иҫәптән лифт ҡоролмаһын ремонтлау (алмаштырыу)) проектлау буйынса эштәр күрһәтеү һәм (йәки) башҡарыуға электрон аукциондарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған подряд ойошмаларын алдан һайлап алыу иғлан ителде.

Алдан һайлап алыу уҙғарыу тураһында рәсми хәбәрҙәр түбәндәге һылтанма аша урынлаштырылған:

http://zakazrf.ru/NotificationPO

  • Документы
  • Новости
  • События
  • Проекты
  • Доклады и выступления
  • Вопросы и ответы
  • Фотогалерея
  • Видеогалерея