Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса хеҙмәттәргә граждандарҙың түләүенә бәйле айырым һорауҙар

2019 йылдан алып ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың әйләнеше өсөн түләү айырым коммуналь хеҙмәт булып һанала (һыу менән тәьмин итеү, йылытыу, электр уты хеҙмәттәре кеүек үк). Шуға күрә коммуналь хеҙмәттәргә ҡарата билдәләнгән барлыҡ талаптар уға ла ҡағыла (индексациялау иҫәпләнә, хеҙмәт махсус хаҡ билдәләү ҡағиҙәләре менән көйләнә).

Торлаҡ йорттарҙың һәм күп фатирлы йорттарҙың торлаҡ милекселәре һәм ҡулланыусыларына коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү Ҡағиҙәһе (артабан – Ҡағиҙә) Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы 354-се һанлы ҡарары менән раҫланған.

Был Ҡағиҙәгә ярашлы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәт күрһәтеү һәм күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләүҙәр иҫәпләү тәртибе билдәләнгән.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәт өсөн түләүҙәр торлаҡта даими һәм ваҡытлыса (бер рәттән 5 көндән күберәк) йәшәүселәр һанынан сығып, улар булмағанда – милекселәргә иҫәпләнә.

Шул уҡ ваҡытта яңынан иҫәпләтеү мөмкинлеге лә бар. Кеше ваҡытлыса ҡайҙалыр йөрөп ҡайтҡан осраҡта төбәк операторына ошо ваҡыт эсендә йәшәгән урынынан справка һәм теркәлгән ере буйынса булмаған осор өсөн хаҡты яңынан иҫәпләтеү үтенесе менән ғариза бирергә кәрәк.

Торлаҡ милексеһенең ғаилә ағзалары бүтән ҡалала уҡый йәки эшләй икән, түләүҙәрҙе шулай уҡ яңынан иҫәпләтергә мөмкин. Төбәк операторы менән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса килешеү төҙөгәндә йортта йәки фатирҙа теркәлгән кешенең башҡа урында йәшәнлеген иҫбат иткән документ тапшырырға кәрәк. Был ваҡытлыса теркәлеү тураһында документ, уҡыу йортонан справка булыуы мөмкин.

Күсеш осорона граждандар түләүҙәре.

Башҡортостан Республикаһында 2019 йылға төбәк операторҙары өсөн тарифтарҙы иҫәпләгәндә иң ҙур дәүмәлдәр билдәләнгән ине. Граждандарҙың түләүҙәре тарифтың туплау нормативына ҡарауына бәйле.

Халыҡты социаль яҡлау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2015 йылдың 29 ғинуарындағы 9-сы һанлы ҡарарына ярашлы торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн граждандар түләүҙәренең максималь рөхсәт ителгән сығымдар өлөшө ғаиләнең дөйөм килеменә ҡарата билдәләнгән. Әгәр капиталь ремонтлауға иғәнәнең минималь күләме менән бергә иҫәпләгәндә граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдары ғаиләнең дөйөм килеменә ҡарата максималь рөхсәт ителгән сығымдар өлөшөнән артып китә икән, граждандарҙың йәшәү урыны буйынса торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә субсидия юлларға хоҡуғы бар.

Субсидияны юллау һәм алыу һорауҙары менән граждандар йәшәү урыны буйынса Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге дәүләт ҡаҙна предприятиеһының структура бүлексәһенә мөрәжәғәт итә ала.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәт өсөн түләү сығымдары торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы стандарттарын иҫәпләүгә индерелгән. Был иһә үҙ сиратында торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр түләүҙәре буйынса сығымдарҙы айлыҡ аҡсалата компенсациялау һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидияны һанап сығарыу маҡсатында ҡаралған.

Мәғлүмәт өсөн.

Төбәк операторҙарының “ҡыҙыу линиялары”. Эш режимы: 09.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ялһыҙ.

1-се зона (Өфө ҡ., Архангел районы МР, Балаҡатай районы МР, Благовар районы МР, Благовещен районы МР, Дыуан районы МР, Иглин районы МР, Кушнаренко районы МР, Ҡырмыҫҡалы районы МР, Ҡыйғы районы МР, Мәсетле районы МР, Нуриман районы МР, Салауат районы МР, Өфө районы МР, Шишмә районы МР). “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы” – тел.: 8-800-347-80-03.

2-се зона, 4+ (Ағиҙел ҡ. ҠО, Нефтекама ҡ. ҠО, Асҡын районы МР, Балтасы районы МР, Борай районы МР, Бөрө районы МР, Дүртөйлө районы МР, Илеш районы МР, Краснокама районы МР, Ҡалтасы районы МР, Ҡариҙел районы МР, Мишкә районы МР, Тәтешле районы МР, Яңауыл районы МР, Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмек). “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – тел.: 8-800-511-84-20.

3-сө зона (Күмертау ҡ. ҠО, Салауат ҡ. ҠО, Сибай ҡ. ҠО, Стәрлетамаҡ ҡ. ҠО, Ауырғазы районы МР, Баймаҡ районы МР, Белорет районы МР, Бөрйән районы МР, Ғафури районы МР, Ейәнсура районы МР, Ишембай районы МР, Йылайыр районы МР, Күгәрсен районы МР, Көйөргәҙе районы МР, Миәкә районы МР, Мәләүез районы МР, Стәрлебаш районы МР, Стәрлетамаҡ районы МР, Учалы районы МР, Федоровка районы МР, Хәйбулла районы МР, Әбйәлил районы МР). “Эко-Сити” Төбәк операторы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – тел.: 8-800-700-49-00.

4-се зона (Октябьский ҡ. ҠО, Баҡалы районы МР, Бишбүләк районы МР, Бүздәк районы МР, Бәләбәй районы МР, Дәүләкән районы МР, Йәрмәкәй районы МР, Туймазы районы МР, Саҡмағош районы МР, Шаран районы МР, Әлшәй районы МР). “Экология-Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – тел.: 8-800-250-01-85.

Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә власть органынан вәкил булып тора. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығындағы ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү һорауҙары буйынса “ҡыҙыу линия” телефоны: 8(347)218-03-90 (эш ваҡытында).

  • Документы
  • Новости
  • События
  • Проекты
  • Доклады и выступления
  • Вопросы и ответы
  • Фотогалерея
  • Видеогалерея