“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы һәм “Экология” милли проекты сиктәрендә “Таҙа һыу” төбәк проекты
Милли проекттар буйынса һорауҙар һәм яуаптар
Башҡортостан Республикаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһын, йәки “Экология” милли проекты сиктәрендә “Таҙа һыу” төбәк проектын реализациялау буйынса һорауҙарығыҙҙы һылтанма аша үтеп ҡалдыра алаһығыҙ.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса һорауҙар һәм яуаптар
1. Программаның, милли проекттың атамаһы
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы.
2. Программа күпме ваҡытҡа иҫәпләнгән?
6 йылға, 2019 йылдан 2024 йылға тиклем.
3. Программаның айышы нимәлә, ниндәй маҡсаттар ҡуйылған?
Проекттың маҡсаты – ҡала биләмәһен комплексы үҫтереү, халыҡ күпләп ял итер уңайлы урындар булдырыу. Был һорауҙарҙы хәл итеү мәсьәләһе тәү сиратта граждандарҙың иңенә һалына: улар үҙҙәре төҙөкләндереләсәк торама пункттарҙа ниндәй объекттар ҡуйыу-урынлаштырыу тураһында ҡарар сығаралар.
4. Программаның кураторы кем?
Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
5. Программаны тормошҡа ашырыу процесы өсөн кем яуаплы?
Эштәрҙең заказсыһы булған муниципаль берәмектәр.
6. Программаны тормошҡа ашырыу эшмәкәрлеген кем финанслай? Финанслауҙың нисбәте ниндәй?
Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә барлығы 1 521 млн һум аҡса бүлеү ҡаралған. Уның 1 416 млн һумы – федераль бюджеттан, 29 млн һумы – Башҡортостан Республикаһы бюджетынан, ә 76 млн һум – муниципаль берәмектәр саралары.
7. Программала ниндәй торама пункттар ҡатнаша?
Муниципаль программаға ярашлы халыҡ һаны 1 000 кешенән күберәк булған Башҡортостан Республикаһының ауыл-ҡалалары.
8. 2019, 2020 һәм шунан һуңғы йылдар программаһына күпме йәмәғәт биләмәләре индерелгән?
2019 йылда – 180 йәмәғәт биләмәһе;
2020 йылда – 129 йәмәғәт биләмәһе;
2021 йылда – 150 йәмәғәт биләмәһе;
2022 йылда – 136 йәмәғәт биләмәһе.
9. 2019 йыл программаһына индерелгән йәмәғәт биләмәләре исемлеген ҡайҙан ҡарарға мөмкин?
2019 йыл программаһына индерелгән йәмәғәт биләмәләре исемлектәрен муниципаль берәмектәр хакимиәттәре сайттарында ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ берҙәм исемлек https://house.bashkortostan.ru/documents/other/220523/ һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының рәсми сайтында баҫылған.
10. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү сараларына ниндәй эштәр инә? Кем эштәр төрөн һайлай?
Объект йәмәғәт фекер алышыуы (асыҡ тыңлауҙар) үткәреү юлы менән билдәләнә. Бынан тыш, халыҡ һаны 20 мең кешенән күберәк булған муниципаль берәмектәрҙә рейтинглы тауыш биреүҙәр уҙғарыла. Шулай уҡ был сараларҙа йәмәғәт биләмәһенең дизайн проекты раҫлана.
11. Йәмәғәт комиссияһына кемдәр инә?
Муниципалитет хакимиәте вәкилдәре, депутаттар, йәмәғәтселек, архитектор.
12. Эштәрҙең һәм урынлаштырылған объекттарҙың сифаты өсөн кем яуаплылыҡ тота?
Заказсы – муниципаль берәмек. Төҙөлгән муниципаль контракттарға ярашлы – подрядсы (гарантия ваҡыты 3 йыл).
13. Төҙөкләндереү объекттарына гарантия күпме ваҡытҡа бирелә?
3 йылдан кәм түгел.
14. Һорауҙар тыуған һәм проблемалар асыҡланған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Заказсыға – муниципаль берәмек хакимиәтенә.
15. Эштәр теҙмәһендә видеокүҙәтеү ҡуйыу ҡаралғанмы? Төшөрөү барышы ҡайҙа бирелеп барасаҡ?
Видеокүҙәтеү ҡуйыу эштәр теҙмәһендә бар, техник мөмкинлек булғанда мотлаҡ ҡуйыласаҡ. Видеокамераның төшөрөү барышы “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына бирелеп барасаҡ.
“Экология” милли проекты сиктәрендә “Таҙа һыу” төбәк проекты буйынса һорауҙар һәм яуаптар
1. Программаның, милли проекттың атамаһы?
“Экология” милли проекты сиктәрендә “Таҙа һыу” төбәк проекты.
2. Программа нисә йылға иҫәпләнгән?
6 йылға, 2019 йылдан 2024 йылға тиклем.
3. Программаның айышы нимәлә, ниндәй маҡсаттар ҡуйылған?
Төбәк проектының маҡсаты – Башҡортостан Республикаһында таҙа эсәр һыу менән күберәк кешене тәьмин итеү. Әле үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһынан таҙа һыуҙы 86,6% халыҡ эсә. 2024 йылда был күрһәткес 92,5%-ҡа етергә тейеш.
4. Программаның кураторы кем?
Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
5. Программаны тормошҡа ашырыу процесы өсөн кем яуаплы?
Эштәрҙең заказсыһы булған муниципаль берәмектәр.
6. Программаны финанслау күләме күпме, кем финанслай, финанслауҙың нисбәте ниндәй?
2019–2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһындағы эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү һәм реконструкциялауға 4 254,15 млн һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Уларҙың 4 169,067 млн һумы – федераль бюджеттан, 85,08 млн һумы республика бюджетынан бүленәсәк (финанслауҙа төбәк бюджетынан ҡатнашлыҡ кимәле 2% тәшкил итә).
7. Республиканың ҡайһы ауыл-ҡалалары программала ҡатнаша?
Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн республиканың 29 муниципалитет биләмәләрендә һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү һәм булғандарын реконструкциялау, төҙөкләндереү талап ителә. Улар араһында Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә муниципаль райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы бар.
8. 2019 һәм шунан һуңғы йылдар программаһына индерелгән торама пункттар исемлеген ҡайҙан ҡарарға мөмкин?
Бөгөнгө көндә Программаның проекты Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған: https://house.bashkortostan.ru/documents/projects/224999/
9. Программа буйынса саралар теҙмәһенә ниндәй төр эштәр инә?
Үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү, реконструкциялау, модернизациялау.
10. Беҙҙең торама пункт программаға индерелһен өсөн ғариза бирергә мөмкинме?
Программаның маҡсаты – үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаларынан бирелгән эсәр һыуҙың сифатын күтәреү. Үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаларынан бирелгән эсәр һыу сифатһыҙ булған осраҡта Һеҙгә үҙегеҙҙең муниципаль берәмек хакимиәтенә тәғәйен тәҡдим менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Артабан муниципаль берәмек хакимиәте һыуҙы алып ҡарау юлы менән уның СанПиН талаптарына яуап бирәме-юҡмы икәнлеген тикшереп сығырға тейеш. Факттар раҫҡа сыҡҡан осраҡта муниципаль берәмек хакимиәте, программаны яңыртҡан саҡта был торама пункттағы эсәр һыуҙың сифаты хаҡында мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алыуҙы һорап, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына мөрәжәғәт итә.
11. Программаға индерелгән торама пункттар ниндәй критерийҙар буйынса һайлап алынды?
Проект сиктәрендә программаны тормошҡа ашырыу өсөн торама пункттарҙы һайлап алыу түбәндәге критерийҙарҙан сығып башҡарылды: реализациялау һөҙөмтәләре буйынса сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡ иҫәбе, проекттың бюджет нәтижәлелеге коэффициенты.
12. Эштәрҙең һәм урынлаштырылған объекттарҙың сифаты өсөн кем яуаплылыҡ тота?
Заказсы – муниципаль берәмек. Төҙөлгән муниципаль контракттарға ярашлы – подрядсы (гарантия ваҡыты 3 йыл).
- Документтар
- Яңылыҡтар
- Ваҡиғалар
- Проект
- Докладтар һәм сығыш яһау
- Һорауҙар һәм яуаптар
- Фотокүргәҙмә
- Видеокүргәҙмә
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Ишембай районына эш сәфәре
21 Ноябрь 20191821 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембай районында булды. Шулай уҡ унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев та ҡатнашты. Ишембай ҡалаһында республика етәксеһе Юрматы микрорайонының төҙөкләндереү барышын...
Борис Беляев видеоконференция форматында кәңәшмә үткәрҙе
13 Ноябрь 20198Шаршамбы, 13 ноябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципаль берәмектәр башлыҡтары менән видеоконференция форматында «Башҡорт ихаталары» республика программаһын һәм «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу»...
Белорет ҡалаһына эш сәфәре
5 Ноябрь 201951 ноябрь Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев эш сәфәре менән Белорет ҡалаһында булды. Республика һәм дәүләт программаларының маҡсатҡа ярашлы эш барышы, күп ҡатлы йорт алды биләмәләрендә төҙөкләндереү...
Кушнаренко ауылында төҙөкләндереүҙән һуң мәҙәниәт һәм ял паркын асыу тантанаһы үтте
7 Сентябрь 2019197 сентябрҙә Кушнаренко ауылында төҙөкләндерелгән Советтар Союзы Геройы В.Д. Паширов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын асыуға арналған ҙур байрам булып уҙҙы. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә паркты яңыртып ҡороу 2 этапта үтте. Финанслауҙың дөйөм күләме 8 миллион һумдан ашыу саралар тәшкил...
Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә капиталь ремонтлау төбәк программаларын һәм милли проекттарҙы реализациялау мәсьәләләрен тикшерҙеләр
28 Август 20191628 август Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев Рәсәй Федерацияһы субъекттарында күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау төбәк программаларын һәм “Экология” милли... -
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.