“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Таҙа һыу” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 7 майындағы 204-се һанлы «2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында»ғы Указына, “Таҙа һыу” федераль проекты, республиканың “Экология” милли проектына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 12 декабрендәге 1278-р һанлы ҡарары менән “Таҙа һыу” төбәк проектының паспорты ғәмәлгә индерелде.
Төбәк проектының маҡсаты – таҙа эсәр һыу менән күберәк кешене тәьмин итеү. Әле үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһынан таҙа һыуҙы 86,6% халыҡ эсә. 2024 йылда был күрһәткес 92,5%-ҡа етергә тейеш. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн республиканың 29 муниципалитет биләмәләрендә һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү һәм булғандарын реконструкциялау, төҙөкләндереү талап ителә. Улар араһында Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә муниципаль райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы бар. Бында үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаларынан бирелгән һыуҙың сифаты норма талаптарына яуап бирмәй.
2019–2024 йылдарҙа был маҡсатта Башҡортостан Республикаһына 4 254,15 млн һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Уларҙың 4 169,067 млн һумы – федераль, 85,08 млн һумы республика бюджетынан бүленәсәк (финанслауҙа төбәк бюджетынан ҡатнашлыҡ кимәле 2% тәшкил итә).
- Документтар
- Яңылыҡтар
- Ваҡиғалар
- Проект
- Докладтар һәм сығыш яһау
- Һорауҙар һәм яуаптар
- Фотокүргәҙмә
- Видеокүргәҙмә
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Башҡортостанда «Таҙа һыу» төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла
24 Май 20211«Торлаҡ һəм ҡала мөхите» милли проектының «Таҙа һыу» төбəк йүнəлеше буйынса халыҡтың эсəр һыуын сифатлы итеүгə ҙур иғтибар бүленə. Республикала 2019 йылдан алып милли проектҡа ярашлы, «Таҙа һыу» төбəк проекты ғəмəлгə ашырыла. Был маҡсатҡа 2024 йылға тиклем 4 миллиард 936 миллион һум аҡса йүнəлтелəсəк....
Был ҡаланың күрһәтер ҡаҙаныштары бар
5 Март 20215Октябрьский ҡалаһында Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһының күсмә ултырышы уҙғарылды. Унда ведомствоның былтырғы эш йомғаҡтары ҡаралды, быйылға пландар билдәләнде. Йыйындың Октябрьский ҡалаһында үткәрелеүе унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү, сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса...
2021 йылда Башҡортостан Республикаһында «Таҙа һыу» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу
10 Февраль 20215Халыҡты сифатлы эсәр һыу тәьмин итмәйенсә йәшәү сифатын яҡшыртыу тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел. Был – тәүге сиратта, һаулыҡ гаранты. 2021 йылдан «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Таҙа һыу» программаһына 52 тораҡ пункт индерелгән, 19 муниципалитетта 31 объектты...
Борис Беляев: «Граждандарҙың, барған үҙгәрештәр беҙҙе ҡыуандыра, тип билдәләүе – иң юғары баһа»
4 Февраль 202153 февралдә РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев Башҡортостан биләмәһендә төҙөкләндереү буйынса милли проекттарҙы һәм республика программаларын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе. Эш сәфәрендә депутат төбәктең баш ҡалаһында, шулай уҡ Саҡмағош, Благовар һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында булды....
Зауыҡлы биләмәләр йылына йомғаҡ яһалды
29 Декабрь 20201028 декабрҙә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 2020 йылда иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылына йомғаҡ яһалды. Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, муниципалитеттарҙа 180 километр тротуар һалынған, 330 мең квадрат метр газон булдырылған, һигеҙ мең самаһы яҡтыртҡыс...
Стәрлетамаҡта һыу сифаты яҡшыра
3 Декабрь 20203Стәрлетамаҡта эсәр һыу сифатын яҡшыртыу йәһәтенән «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. «Таҙа һыу» проекты нигеҙендә Өфөнөң газ компанияһы һыуҙы таҙартыуҙың мембраналы алымын ғәмәлгә индереү буйынса күләмле эш башҡара. Был алым ташҡын һәм яуым-төшөм ваҡытында һыуҙың болғансыҡлығын бөтөрөү...
Халыҡты сифатлы эсәр һыу менән ышаныслы тәьмин итеү
10 Ноябрь 202059 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев «Инцидент» системаһы аша килгән һорауҙарға бәйле хәл, халыҡты...
«Таҙа һыу» төбәк проекты сиктәрендә
28 Октябрь 20202Өфө районының Ҡомлокүл, Яҡшыуан, Ҡыҙылъяр, Горнов, Карюгин, Тәжрибә хужалығы ауылдарында яңы һыу бүлеү ҡоролмаһы төҙөлөшө Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указы менән раҫланған «Экология» милли проектының «Таҙа һыу» төбәк проекты нигеҙендә 2019 йылда башланған ине. Ул 2021 йылда сафҡа индереләсәк....
Раевкала – һыу таҙартыу станцияһы
20 Август 20203«Экология» милли проектының «Таҙа һыу» төбәк проекты сиктәрендә Әлшәй районының Раевка ауылында һыу таҙартыу станцияһы төҙөләсәк. – «Экология» милли проектының «Таҙа һыу» төбәк проекты сиктәрендә Раевка ауылында һыу таҙартыу станцияһы төҙөләсәк. Проект-смета документтары эшләнгән һәм экспертиза үткән....
Шишмәләр таҙа һыу эсер
2 Июль 20207Башҡортостандың Шишмә ҡасабаһында яҡын киләсәктә һыу тәьминәте селтәрҙәрен тулыһынса яңыртыу күҙаллана. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Экология» милли проектының «Таҙа һыу» төбәк программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. «Шишмә-һыу» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең... -
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-
Бүлек тулыландырыу осоронда.
-