Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Күп фатирлы йорттарҙы айырым йылытыу системаһына күсереү һәм блоклы ҡаҙанлыҡтар ҡуйыу сараларын тормошҡа ашырыу

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2015 йылдың 29 ғинуарында 10-сы һанлы ҡабул ителгән ҡарары менән күп фатирлы йорттарҙы айырым йылытыу системаһына күсереү һәм блоклы ҡаҙанлыҡтар ҡуйыу сараларын тормошҡа ашырыуҙы финанслау күләме һәм субсидия бүлеү тәртибе раҫланған.

Күп фатирлы йорттарҙы айырым йылытыу системаһына күсереү һәм блоклы ҡаҙанлыҡтар ҡуйыу сараларын тормошҡа ашырыу йылытыу һәм йылы һыу менән тәьмин итеү, иҫкереп бөткән, туҙған йылылыҡ үткәреү трассаларын эксплуатациялауҙы ғәмәлдән сығарыу, даими рәүештә эшлектән сығып торған ҡаҙанлыҡтарҙы бөтөрөү, халыҡтың йылытыу һәм системаны ремонтлау өсөн коммуналь түләүҙәр йөгөн еңеләйтеү проблемаларын хәл итеүҙе яйға һаласаҡ.

2015 йылдан алып 2021 йылға тиклем барасаҡ һанап кителгән сараларҙы бойомға ашырыуҙы барлыҡ сығанаҡтар (Башҡортостан Республикаһы бюджеты, муниципаль берәмектәр бюджеты, бюджеттан тыш сығанаҡтар һәм торлаҡ милекселәре саралары) тарафынан финанслау күләме 2 млрд һум тирәһе тәшкил итәсәк.

Фатирҙы айырым йылытыу системаһына күсереү буйынса йорт эсендә башҡарыласаҡ эштәр хаҡына ҡарата муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының 25%-тан һәм күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәренең 10%-тан кәм булмаған өлөшләтә финанслауы булыуы Башҡортостан Республикаһы бюджетынан муниципаль райондар һәм ҡала округтары бюджетына субсидия бүлеүҙең төп шарты булып тора.

  • Документы
  • Новости
  • События
  • Проекты
  • Доклады и выступления
  • Вопросы и ответы
  • Фотогалерея
  • Видеогалерея