Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү

Ихата биләмәләрен төҙөкләндереү: һорауҙар һәм яуаптар

1. Программаның атамаһы

“Башҡорт ихаталары” ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү.

2. Программа күпме ваҡытҡа иҫәпләнгән?

6 йылға, 2019 йылдан 2024 йылға тиклем.

3. Сараның айышы нимәлә? Ниндәй маҡсаттар ҡуйылған?

Сара Башҡортостан Республика территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, йорт янындағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота.

4. Программаның кураторы кем?

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

5. Программаны тормошҡа ашырыу процесы өсөн кем яуаплы?

Эштәргә заказ биреүсе булараҡ, муниципаль берәмектәр яуаплы.

6. Программаны тормошҡа ашырыу эшмәкәрлеген кем финанслай? Финанслауҙың нисбәте ниндәй?

94%-ы – Башҡортостан Республикаһы бюджеты;

5%-ы – муниципаль берәмек бюджеты;

1%-ы – күп фатирлы йорт милекселәре саралары.

7. Ниндәй торама пункттар программала ҡатнаша? Ауыл биләмәләре инәме?

Күп фатирлы йорттары булған Башҡортостан Республикаһының барлыҡ торама пункттары.

8. 2019, 2020 һәм шунан һуңғы йылдар исемлегенә күпме ихата биләмәләре индерелгән?

2019 йылда 400-ҙән ашыу ихата биләмәләре төҙөкләндереләсәк. Ә 2024 йылға тиклем 3000 йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү планлаштырыла. 2020 йылға ихаталар исемлеге 2019 йылдың III кварталында раҫланасаҡ.

9. 2019 һәм шунан һуңғы йылдарға программаға индерелгән ихаталар исемлеген ҡайҙан ҡарарға мөмкин?

2019 йылға программаға индерелгән ихаталар исемлеген муниципаль берәмек хакимиәттәре сайттарынан ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ берҙәм исемлек https://house.bashkortostan.ru/activity/14535/ һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм https://bashkortostan.er.ru/projects/gorodskaya-sreda/userdata/files/2019/04/16/dt-ver-7.pdf һылтанмаһы буйынса “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәсми сайттарында баҫтырылған.

10. Ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәренә ниҙәр инә? Ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеге тураһында ҡарарҙы (нормативты) кем ҡабул итә?

Мотлаҡ башҡарыласаҡ эштәрҙә резина япмалы хәүеф-хәтәрһеҙ балалар майҙансыҡтары, контейнерлы майҙансыҡ, йәшелләндереү, автомобилдәрҙе ҡуйыу урындары, мәғлүмәт стенды, тышҡы яҡтылыҡ, видеокүҙәтеү, ваҡ формалар архитектураһы ҡоролмалары ҡаралған.

Норматив базалар күҙлегенән талаптарҙы проект ойошмалар билдәләй.

11. Бер ихатаны финанслауға лимит ҡуйылғанмы?

Ихаталар төрлө булғанлыҡтан, һәр айырым ихата өсөн тәғәйен сумма билдәләнмәгән. Ихатаның үҙенсәлегенән һәм раҫланған төҙөкләндереү стандарттарынан (төҙөкләндереү элементтары теҙмәһе) сығып, йәмәғәт-административ комиссия ниндәй эштәр башҡарыу маҡсатлыраҡ булыуы һәм кәрәклеге тураһында ҡарар сығара.

12. Ихата киләһе йыл программаһына индерелһен өсөн ҡасанға тиклем ғариза биреп өлгөрөргә кәрәк?

Ағымдағы йылдың 1 сентябренә тиклем.

13. Программала нисек ҡатнашырға? Бының өсөн йортта йәшәүселәр ниҙәр эшләргә тейеш?

Ихаталары программаға инһен өсөн торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта был хаҡта килешеп, ғаризаны муниципаль берәмек хакимиәтенә ебәрергә тейеш.

14. Ихата программаға индерелһен өсөн кем дәғүә белдерә ала (йортта йәшәүселәр, идара итеүсе компания, муниципалитетмы)?

Һанап кителгән яҡтарҙың барыһы ла.

15. Программаға индереләсәк ихаталар ниндәй критерийҙар буйынса һайлап алынасаҡ?

Ҡабул ителгән ғаризаларҙы муниципаль берәмектең йәмәғәт-административ комиссияһы ҡараясаҡ. Комиссия был һәм күрше ихаталарҙың торошон, урындың үҙенсәлеген ҡарай, төҙөкләндереү кәрәклеген билдәләй һәм биләмәне “Башҡорт ихаталары” программаһына индереү ҡарарын раҫлай.

16. Ихатаны төҙөкләндерергә кәрәкме-юҡмы икәнлеге тураһында ҡарарҙы кем раҫлай?

Муниципалитеттың йәмәғәт-административ комиссияһы.

17. Йәмәғәт-административ комиссияға кемдәр инә?

Комиссияға муниципалитет хакимиәте вәкилдәре, депутаттар, йәмәғәтселек, инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре инә.

18. Йәшәүселәр ихатаның дизайн-проект эштәрендә, материалдар һайлауҙа ҡатнаша аламы? Быны нисек эшләргә мөмкин?

Милекселәрҙең дөйөм йыйылышында йәшәүселәр ихатаны төҙөкләндереү проект-дизайнын ҡарай, эштәр исемлегенән иң кәрәкле тип һаналғандарын һайлап ала. Был тәҡдимдәр ҡаралғандан һуң муниципаль берәмектең белгестәре проектҡа техник задание билдәләй. Норматив документтар талаптарына тулыһынса яуап биргән (хәүеф-хәтәр зонаһын үтәү, инженер селтәрҙәрҙең ҡамасауламауы һ. б.) проект ҡына граждандар ҡарарына ҡабат сығарыла һәм раҫлана.

19. Кәрәк тип тапһа, йәшәүселәр өҫтәмә объекттар индерә аламы? Кемдең иҫәбенә башҡарыла был төр эштәр?

Киләһе йылға программаны төҙөгәндә йәшәүселәр мотлаҡ эштәрҙән тыш өҫтәмә эштәр башҡарыу тәҡдимен ҡаратыуға хаҡлы (дөйөм йыйылышта килешеп, мөрәжәғәтнамәне муниципалитетҡа ебәрергә тейештәр). Тәҡдимде муниципалитеттың йәмәғәт-административ комиссияһы ҡарай. Ыңғай яуап бирелһә, тәҡдим ителгән эштәр ихатаны төҙөкләндереү буйынса мотлаҡ эштәр исемлегенә индерелә (йәшәүселәрҙең финанслауҙа ҡатнашлыҡ өлөшө 1% күләмендә һаҡланған осраҡта).

20. Эттәрҙе йөрөтөү өсөн махсус майҙансыҡ төҙөүҙәре ихтималмы?

Әгәр биләмәлә урын етерлек икән, ихтимал, СанПин.

21. Аҡса йыйыу процесы нисек барасаҡ, айырым квитанция булырмы?

Квитанцияла айырым юл буласаҡ. Барлыҡ йыйылған саралар махсус иҫәпкә күсерелеп барасаҡ.

22. Башҡарылған эштәр һәм урынлаштырып ҡуйылған объекттарҙың сифаты өсөн кем яуаплы?

Заказ биреүсе – муниципаль берәмек. Килешелгән муниципаль контрактҡа ярашлы – подрядсы (3 йылға тиклем гарантия ваҡыты буйынса).

23. Эштәр сифатын йәшәүселәр контролдә тота аламы? Ниндәй рәүештә?

Контролдә тота ала, күп фатирлы йорт милекселәренең дөйөм йыйылышында һайланған вәкил башҡарылған эштәр актына ҡул ҡуя.

24. Төҙөкләндереү объекттарына гарантия күпме ваҡыт дауам итә?

3 йыл дауамында.

25. Килеп тыуған һорауҙар һәм барлыҡҡа килгән проблемалар менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Эштәргә заказ биреүсегә – муниципаль берәмек хакимиәтенә.

26. Видеокүҙәтеү. Видеокүҙәтеү камералары һәр торама пункттың һәр ихатаһына ҡуйыласаҡмы? Ул нисек ойошторолған буласаҡ? Күҙәтеү барышы ҡайҙа биреләсәк? Стандарт буйынса нисә камера ҡуйыу ҡаралған? Был камералар ярҙамында йәшәүселәр ихатала ниҙәр барғанын ҡарай аласаҡмы? Өҫтәмә түләү индереп, камералар һанын арттырырға һәм күҙәтеү мөмкинлеген үҙ фатирыңа үткәреү ҡаралғанмы?

Видеокүҙәтеү ҡуйыу программала ҡаралған, ихатаның техник мөмкинлеге буйынса күп фатирлы йортта йәшәүселәр ҡарары менән ҡуйыла. Уның артабан нисек финанс яғынан тәьмин ителеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк буласаҡ (муниципаль берәмектә “Хәүефһеҙ ҡала” системаһы булған осраҡта монтажлауҙан һуң видеокүҙәтеү һуңынан уға индереләсәк һәм муниципаль берәмек тарафынан тәьмин теләсәк).

Күҙәтеү барышы “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына бирелеп барасаҡ. Провайдер менән килешеү буйынса күҙәтеү барышы йәшәүселәрҙең өйҙәге компьютерына бирелеү мөмкинлеге бар.

Камералар һаны нормалаштырылмаған. Ихата биләмәһе майҙанына ҡарап иҫәпләнәсәк. Камералар һанын күбәйтеү мөмкин. Бының өсөн күп фатирлы йортта йәшәүселәр дөйөм йыйылышта тәғәйен ҡарар ҡабул итергә тейеш. Сөнки был сара бөтә ҡатнашыусылар, шул иҫәптән йәшәүселәр, тарафынан финанслауҙы арттырыуға (94%, 5%, 1% нисбәтендә, (6-сы пунктты ҡарағыҙ)) килтерәсәк.

  • Документы
  • Новости
  • События
  • Проекты
  • Доклады и выступления
  • Вопросы и ответы
  • Фотогалерея
  • Видеогалерея