Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау

Һорауҙар һәм яуаптар

1. Сараның атамаһы.

Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы һәм инеү урындарын ремонтлау.

2. Программа рәсми рәүештә нисек атала?

“Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау”.

3. Программа күпме ваҡытҡа иҫәпләнгән?

6 йылға, 2019 йылдан 2024 йылға тиклем.

4. Программаның айышы нимәлә, ниндәй маҡсаттар ҡуйылған?

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарға йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу. 90% – республика бюджетынан, 10% – урындағы үҙидара органдары бюджетынан саралар бүленеп, 6 йыл эсендә кәрәк тип табылған подъездар тәртипкә килтереләсәк.

5. Программаның кураторы кем?

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

6. Программаны тормошҡа ашырыу процесы өсөн кем яуаплы?

“Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (артабан “капиталь ремонтлауҙың Төбәк операторы”).

7. Дөйөм иҫәпләгәндә күпме подъезды тәртипкә килтереү кәрәк буласаҡ?

Быйыл ремонт талап иткән 4 мең подъезд, киләһе 6 йыл эсендә барлығы 26 мең тирәһе подъезд тәртипкә килтереләсәк тип планлаштырыла.

 8. Подъезға ремонт үткәрергәме-юҡмы икәнлеге тураһында кем ҡарар сығара?

Ҡайһы күп фатирлы йорттарҙың подъездарында ремонт үткәреү кәрәклеге, уларҙың адрестар теҙмәһе тураһында ҡарарҙы муниципаль берәмек хакимиәте ҡабул итә һәм раҫлай. Капиталь ремонт программаһын формалаштырыу сиктәрендә һәр муниципалитетта капиталь ремонт буйынса комиссия төҙөлгән. Ул йорттарҙы программаға керетеү һәм эштәрҙең ваҡытын билдәләү мәсьәләләрен ҡарай. Шулай уҡ ул капиталь ремонтҡа тәғәйен йорттар теҙмәһен төҙөй.

9. Программала нисек ҡатнашырға? Бының өсөн йәшәүселәргә ниҙәр эшләргә кәрәк?

2019 йыл буйынса йорттарҙа йыйылыштар үткәрелгән. Идара итеүсе ойошмалар хакимиәт ағзалары һәм йәшәүселәр менән берлектә был йыйылыштарҙа ремонт үткәреү мохтажлығы тураһында ҡарар сығарып, вәкил һайланылар, дефектлы урындар исемлеген, стеналарҙы ниндәй төҫкә буярға кәрәклеген билдәләнеләр. 26 мең подъезд төҙөкләндереүгә мохтажлығын, ә быйылға уларҙың 4 меңе тәртипкә килтереләсәген иҫәпкә алғанда, ремонтланасаҡ бөтә күп фатирлы йорттар ҙа 2019 йыл исемлегенә индерелмәүе аңлашыла. Йыйылыш уҙғарып, йәшәүселәре программала ҡатнашыу ҡарарын сығарған, әммә быйыл исемлеккә инеп өлгөрмәгән йорттар 2020 һәм шунан һуңғы йылдар пландарында ҡараласаҡ. Быйылғы йылда етерлек экономиялау килеп сыҡҡан осраҡта был йорттарҙың күпмелер өлөшө быйыл уҡ тәртипкә килтерелеүе мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк.

10. Ниндәй торама пункттар программаға индерелгән?

2019 йылда бүленгән финанс сиктәрендә ремонтланасаҡ республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәренең күп фатирлы йорттары булған торама пункттары.

11. Атап әйткәндә, программаға ниндәй төр йорттар индерелгән?

Иң йыш осраған типлаштырылған йорттар булараҡ, 2, 5 һәм 9 ҡатлы йорттар. Ҡаттар буйынса башҡа төр йорттар капиталь ремонт программаһына 2020 һәм шунан һуңғы йылдар пландарына индереләсәк.

12. 2019, 2020 һәм шунан һуңғы йылдар программаһына күпме подъездар индерелгән?

Йыл һайын 4 мең тирәһе подъезд тәртипкә килтереләсәк тип планлаштырыла.

13. 2019 һәм шунан һуңғы йылдар пландарына индерелгән йорттар исемлеген ҡайҙан ҡарарға мөмкин?

2019 йылда подъездары тәртипкә килтереләсәк йорттар исемлеге Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре сайттарында урынлаштырылған. 2020 йылға исемлек ошо йәй ҡаралырға һәм раҫланырға тейеш.

14. 2020 һәм шунан һуңғы йылдар программаһына инер өсөн ҡайһы айға тиклем йыйылыш үткәрергә кәрәк?

Йыл һайын (июлгә тиклем) муниципалитет тарафынан исемлек алдан ҡаралып ҡуйылырға тейеш. Ул йыйылыш үткәрелгәндән һуң раҫлана. Шуның өсөн дөйөм йыйылыш 1 июлгә тиклем уҙғарылырға тейеш. Шулай уҡ 2019 йылда программаға инмәй ҡалған йорттоң йәшәүселәре ҡабул иткән ҡарар (протокол) бар икән, ул киләһе йылдар пландарында иҫәпкә алынасаҡ.

15. Подъездар ниндәй критерийҙар буйынса һайлап алына?

Подъезд 5 йылдан ашыу ремонтланмаған һәм уның техник торошо хаҡында идара итеүсе ойошма биргән мәғлүмәттән сығып эштәр башҡарыу кәрәклеге билдәләнә. Был критерийҙар быйыл һәм киләһе йылдарҙа төп шарт булып торасаҡ.

16. Подъездарҙы төҙөкләндереү эштәренә ниҙәр инә?

Кәрәк тип табылһа, подъездарҙы төҙөкләндергәндә киләһе эштәр башҡарыласаҡ:

инеү урындарын ремонтлау, мәҫәлән, булған урында козыректы ипләү; күтәрмәне, баҫҡыстарҙы рәткә килтереү; козырекка һыу ағыр ҡулайламаларҙы беркетеү; козырек аҫтына заманса яҡтыртҡыстар ҡуйыу; 2, 3 ҡатлы йорттарҙың ағас подъезд ишектәрен тимергә алмаштырыу; инеү урыны тирәһенең фасадын яңыртыу.

подъезд эсен төҙөкләндереү: ағас тамбур ишеген ПВХ ишеккә алмаштырыу; ағас тәҙрә блоктарын ПВХ тәҙрәләргә алмаштырыу; тәҙрә таяуҙарын рәтләү; тәҙрәләрҙең һыу ағыр һикәлтәләрен ипләү; 1-се ҡатта иҙәндәрҙең плитка япмаһын яңыртыу; баҫҡыстарҙың тимер рәшәткә һәм яндауырҙарын рәтләү; лифт ҡыҫандарын яңыртыу; штуркатурлау-буяу эштәре (стеналар, түбәләр, баҫҡыс майҙансыҡтары, сүп сығарыу торбалары, радиаторҙар, таянғыстар, ҡоймалар, газ торбалары, электр щиттары).

• электромонтаж эштәре, мәҫәлән, 2, 3, 4 ҡатлы йорттарҙа ҡеүәте аҙ ток ҡоролмаларының йәшниктәрен яңыртыу; электр линияларын пластик ҡаптар эсенән һуҙыу; ҡеүәте аҙ ток линияларын интернет-провайдерҙар менән берлектә рәткә килтереү; һүндергестәрҙе яңыртыу; хәрәкәт датчигы булған заманса яҡтыртҡыстар ҡуйыу.

• почта йәшниктәрен яңыртыу.

17. Айырым подъезда ниндәй төр эштәр башҡарыласаҡ? Эштәр төрөн кем билдәләй?

Подъезға башҡарырға кәрәк тип табылған эштәр төрҙәре (раҫланған эштәр теҙмәһенән) күп фатирлы йортта йәшәүселәр йыйылышында билдәләнә. Эштәр подъездарҙы ремонтлау программаһында ҡаралған эштәр теҙмәһе сиктәрендә генә алып барыла.

18. Подъезды төҙөкләндереү эштәренең хаҡын кем билдәләй?

Подъезды ремонтлауҙың фактик хаҡы бинаны тикшереп сығыу, дефекттар исемлеге нигеҙендә төҙөлгән айырым йортҡа смета буйынса билдәләнә. Ул йорттоң ҡатына ҡарап айырым подъезға раҫланған хаҡтан юғары булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, 2 ҡатлы йорттоң подъезына 129,49 мең һум, 5 ҡатлы йорттоҡона – 320,14 мең һум, 9 ҡатлы йорттоҡона – 731,8 мең һум аҡса бүлеү ҡаралған.

19. Программаны тормошҡа ашырыу эшмәкәрлеген кем финанслай? Финанслауҙың нисбәте ниндәй?

Подъездарҙы ремонтлауға бюджет саралары йүнәлтелә. Шулай ҙа капиталь ремонтлауҙың Төбәк операторы башҡарасаҡ эштәр теҙмәһен күп фатирлы йортта йәшәүселәр арттырырға теләй икән, улар капиталь ремонтты финанслауҙа ҡатнаша ала. Һәр муниципалитетҡа финанслауҙың күләме һәм айырым муниципалитетта төҙөкләндереп буласаҡ подъездар иҫәбе хаҡында мәғлүмәт еткерелгән (йорттоң ҡатына ҡарап бер подъезды ремонтлауға тотоноласаҡ иң юғары хаҡтан сығып иҫәпләгәндә).

20. Эштәр өсөн йортта йәшәүселәр түләргә тейешме?

Подъезды төҙөкләндереү эштәрен финанслауҙа йәшәүселәр ҡатнаша ала. Мотлаҡ башҡарыласаҡ эштәр теҙмәһе өсөн улар түләргә тейеш түгел (финанслау Башҡортостан Республикаһы һәм муниципалитет бюджетынан), шул ваҡытта йыйылыш ҡарары буйынса өҫтәмә төр эштәр өсөн түләү мөмкинлектәре бар (19-сы һорауға яуап).

21. Өҫтәмә төр эштәргә нимәләр ҡарай?

Төп эштәр теҙмәһенә инмәгән, әммә подъезды төҙөкләндереүҙә башҡарырға мөмкин булған эштәр. Мәҫәлән, ҡайһы бер торлаҡ хужалары лифт алды майҙансыҡтарына видеокүҙәтеү, йә домофон ғына түгел, ә видеодомофон ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәндәре бар. Бәйләнеш операторҙары, интернет провайдерҙары был эштәрҙе башҡарырға әҙер, бары уларҙы баҫҡыс майҙансыҡтарын ремонтлау эштәре менән синхронлаштырыу мөһим.

22. Өҫтәмә төрҙәрҙе мотлаҡ эштәр теҙмәһенә индерер өсөн йәшәүселәргә ниҙәр эшләргә кәрәк? Уның тәртибе нисек? Был эштәр дөйөм йорт өсөн башҡарылырға тейешме әллә айырым подъезд өсөн дә үтәү мөмкинлеге бармы?

Мотлаҡ башҡарыласаҡ эштәр теҙмәһенә өҫтәмә төрҙәрҙе индерер өсөн күп фатирлы йортта йәшәүселәргә дөйөм йыйылыш үткәрергә кәрәк. Унда был төр эштәрҙе башҡарыу кәрәклеге һәм финанслау мәсьәләләре хаҡында ҡарар ҡабул итеү мотлаҡ. Тәртибе Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексында яҙылған.

23. Күп фатирлы йорттарҙа аяҡ кейемен йә башҡа әйберҙәрҙе ҡалдырып тороу өсөн, халыҡ әйтмешләй, “предбанник”тар йәки “тамбур”ҙар бар. Был урындар төҙөкләндереләсәкме? Уларҙың ишектәре алмаштырыласаҡмы?

Был бүлмәләргә үтеү-инеү мөмкин булған һәм эшләр өсөн бер ни ҙә ҡамасауламаған осраҡта уларҙа ремонт яһаласаҡ. Ишектәрҙе алмаштырмаясаҡтар, бары буяп ҡуясаҡтар. Эскә үтеү мөмкинлеге булмаһа, баҫҡыс майҙансығы бер төҫ гаммаһында булһын өсөн ишекте тышҡы яҡтан ғына буяп ҡуясаҡтар.

24. Эштәр теҙмәһендә “видеокүҙәтеү” тигән пункт бар. Был һәр фатирҙың мониторына тоташтырылған видеокамера ҡуйыуҙы аңлатамы?

Һорау алдан ҡаралғайны (19-сы һорауға яуап). Программа буйынса видеокүҙәтеү ҡуйыу ҡаралмаған. Йортта йәшәүселәр теләге менән өҫтәмә эш төрө рәүешендә теҙмәгә индерелеүе мөмкин. Финанслау – йәшәүселәрҙең үҙҙәренән. Хеҙмәтләндереүҙе йәшәүселәр иҫәбенә идара итеүсе компания менән килешеү буйынса махсуслаштырылған ойошма алып барасаҡ. Камеранан күҙәтеү барышы, ҡарау мөмкинлеге ошо махсуслаштырылған ойошма тарафынан тәьмин ителәсәк.

25. Дөйөм ятаҡтарҙа ниндәй төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ?

Дөйөм ятаҡтарҙа, күп фатирлы йорттарҙыҡы кеүек үк, баҫҡыс майҙансыҡтары рәткә килтереләсәк.

26. Программа буйынса билдәләнгән эштәрҙең ҡайһы бере кәрәкмәгән осраҡта төшөп ҡалһа, йәшәүселәр экономияланған сараларҙы ошо уҡ йорттағы йә подъездағы бүтән эштәргә тотона аламы?

Юҡ. Был саралар ошо уҡ муниципаль берәмектең бүтән подъезын төҙәкләндереүгә йүнәлтеләсәк (саралар бер йорттоң подъездарын тәртипкә килтереүгә еткән осраҡта).

27. Сикләүҙәр бармы?

Бары финанслау күләме һәм подъездар һаны лимитында.

28. Йәшәүселәр ремонттың дизайнын төҙөүҙә, материалдар һайлауҙа ҡатнаша аламы? Нисек быны эшләргә мөмкин?

Йортта йәшәүселәр дөйөм йыйылышта подъезды ремонтлау буйынса кәрәк тип табылған эштәр теҙмәһен (раҫланған теҙмәнән сығып) һәм стенаны ниндәй төҫкә буярға кәрәклеге хаҡында ҡарар сығаралар.

29. Башҡарылған эштәрҙең сифаты өсөн кем яуаплы?

Башҡарыу эштәре һәм ҡулланыласаҡ материалдарҙың сифаты өсөн подряд ойошмаһы яуаплы.

Капиталь ремонтлауҙың Төбәк операторы – эштәргә заказ биреүсе – подряд ойошмалары менән килешеүҙәрҙә башҡарылған эштәрҙең сифаты өсөн уларҙың яуаплылығын (3 йылдан кәм түгел) тәьмин итә.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, башҡарылған эштәргә 3 йыл гарантия бирелә. Әлбиттә, вандализм осраҡтарын иҫәпләмәгәндә. Эштәрҙең сифаты буйынса техник күҙәтеүҙе – капиталь ремонтлауҙың Төбәк операторының техник надзоры, йәмәғәт контролен йортта йәшәүселәр тормошҡа ашыра. Ремонттан һуң йортто тәртиптә тотоу үҙҙәренең яуаплылығында икәнлеген күҙ уңында тотоп, контролде шулай уҡ идара итеүсе компаниялар ҙа башҡара. Эштәр башланыр алдынан һәр йорттоң алдына мәғлүмәт стенды ҡуйыласаҡ. Һәр йәшәүсе эш барышындағы етешһеҙлектәр хаҡында белдерә алһын өсөн унда подрядсы, капиталь ремонтлауҙың Төбәк операторының телефон номерҙары күрһәтеләсәк.

30. Йортта йәшәүселәр эштәрҙең сифатын контролдә тота аламы? Ни рәүешле?

Дөйөм йыйылышта күп фатирлы йортта йәшәүселәр подъездағы ремонт эштәрен контролдә тотоусы вәкилде һайлап ала. Вәкил башҡарылған эштәрҙе ҡабул итә һәм эштәр теҙмәһе актына ҡул ҡуя.

31. Ремонтҡа гарантия ваҡыты нисә йылға бирелә?

3 йылдан кәм түгел. Ошо билдәләнгән гарантия ваҡыты эсендә йәшәүселәр тарафынан дәғүәләр ҡабул ителә, унан һуң дәғүәләрҙең срогы бөтә. Ремонт сифатһыҙ башҡарылған осраҡта 3 йыл эсендә етешһеҙлектәр беленәсәк. Әгәр подъезды вандалдар емергән икән, был тәртипһеҙлектәр өсөн капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы яуап бирмәй. Ремонт сифаты мәсьәләләрен муниципалитет эргәһендә булдырылған комиссия хәл итә. Комиссияға муниципалитет, Төбәк операторы, идара итеүсе компания, йәмәғәт ойошмаһы (мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәге) вәкилдәре һәм күп фатирлы йорт вәкиле инә. Вандализм факттарына ҡарата саралар уларҙың мөрәжәғәте буйынса идара итеүсе компания һәм эске эштәр органдары тарафынан хәл ителә.

32. Һорауҙар килеп тыуған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Эш төрҙәре йәһәтенән: ремонт ваҡыты һәм башҡарылған эштәр сифаты буйынса эштәргә заказ биреүсе – Төбәк операторына (телефон номеры мәғлүмәт стендында күрһәтеләсәк). Йортто программаға индереү һорауҙары буйынса – муниципаль берәмек хакимиәтенә. Бәхәсле мәсьәләләр буйынса – Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына. Төбәк операторының “ҡыҙыу линия” телефоны 216-49-11. Ремонт эштәре башланыу менән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының торлаҡ хужалығы һәм хеҙмәт һаҡлау бүлеге 218-00-25 телефоны буйынса шылтыратыуҙарға яуап бирәсәк.

33. Проблемалар асыҡланыу менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Яуап 32-се пунктта бирелгән. Эштәргә заказ биреүсе булараҡ, капиталь ремонтлауҙың Төбәк операторына бөтә ремонт башҡарыу һорауҙары менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул да булһа төҙөкләндереү ваҡыты, алып барылған йә иһә тамамланған эштәр, подрядсыға ялыуҙар, подряд ойошмаһы менән килеп тыуған конфликт осраҡтары буйынса. Мөрәжәғәттәрҙе Төбәк операторы иғтибарға алмаған осраҡта эштәр сифаты мәсьәләһе буйынса ҡала йә район хакимиәтенә дәғүә белдерергә кәрәк. Подъездарҙы ремонтлау буйынса килеп тыуған бәхәсле мәсьәләләрҙе Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәл итә. Ремонт эштәре башланыу менән 218-00-25 телефоны буйынса бүлек шылтыратыуҙар ҡабул итә.

34. Күпме ваҡыт уҙғандан һуң подъезд ҡабаттан ремонт үткәреүгә дәғүә итә ала?

Ҡануниәткә ярашлы, кәрәк булған осраҡта ремонт 5 йыл үткәндән һуң йортта йәшәүселәр иҫәбенә башҡарыла.

35. Йорттоң бер подъезына 2018 йылда ремонт яһалды, ә башҡаларында башҡарылманы икән, ти. Был осраҡта ни эшләргә? Төҙөкләндерелмәгән иҫке подъездар шулай уҡ ремонтҡа мохтаж хәлендә ҡалған бит.

Йорт ремонтҡа мохтаж объекттар исемлегенә индерелә.

36. 2018 йылда идара итеүсе компания йорттағы подъездарға ремонт яһаған, әммә был төҙөкләндереү эштәре яңы стандарттарға ярашлы үтәлмәй ҡалған (ағас рамлы тәҙрәләр алмаштырылмаған, сымдар ҡап эсенән һуҙылмаған) осраҡта ни эшләргә?

Идара итеүсе компания йортта йәшәүселәр менән йыйылыш ойоштороп, үтәлмәй ҡалған ремонт эштәрҙе башҡарып бөтөү (йортто тәьмин итеү өсөн йыйылған саралар иҫәбенә) тураһында ҡарар ҡабул итә, йә булмаһа 5 йыл уҙғандан һуң был мәсьәләгә кире ҡайта ала.

37. Подъездарҙы төҙөкләндереү программаһы ни рәүешле капиталь ремонт программаһы менән берлектә алып барыла? Бит, мәҫәлән, подъезды берәүҙәр матур итеп тәртипкә килтереп киткәндән һуң иртәгәһен икенселәрҙең торба һәм сымдарҙы алыштырырға тотоноуҙары ихтимал?

Барлыҡ төҙөкләндереү эштәрен Төбәк операторы уҙғарғанға, ул ремонт төрҙәренең ваҡытын синхрон рәүештә билдәләй.

38. Авария хәлендәге йорттар өсөн программа ни рәүешле эшләй?

Бөгөн “авария хәлендәге йорт” тигән төшөнсә юҡ. Йорт йәшәү өсөн яраҡлы йә яраҡһыҙ тип табылыуы ихтимал. Әммә уны тағы биш-ун йыл тирәһе йәшәргә яраҡһыҙ тип тапмауҙары бар. Бындай йортто подъездарҙы ремонтлау программаһына индермәү өсөн законлы нигеҙ юҡ.

  • Документы
  • Новости
  • События
  • Проекты
  • Доклады и выступления
  • Вопросы и ответы
  • Фотогалерея
  • Видеогалерея